Яңы Петровка-Башҡорт Үргене юлының 2-се километрында “Киа Рио” автомобиленең 67 йәшлек водителе юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен боҙғанда, машина түңкәрелә. Һөҙөмтәлә алда ултырған 67 йәшлек пассажир ҡатын-ҡыҙ һәләк булған. 15 йәшлек ҡыҙҙың умыртҡаһы һынған, ул һәм водитель дауаханаға оҙатылған.