Бөгөн Әбеш халҡы ауылдан ситтә донъя көткән ҡыҙҙарын ҡунаҡҡа саҡырып, күркәм байрам ойошторҙо. Оҙаҡ йылдар бер-береһе менән күрешә алмаған оло апайҙар, әхирәттәр, һеңлеләр осрашты. Артабан ошондай уҡ байрам саралары Мәмбәт һәм Иҫәнгилде ауылдарында уҙғарыласаҡ.