Первомайка ауылы халҡы дуҫлыҡ күпере һүрелмәһен тип күршеләрҙе – Йылайыр районы Матрай ауылы ҡатын-ҡыҙҙарын ҡунаҡҡа саҡырҙы. Бергә аралашып, төрлө мәсьәләләр буйынса фекер алышыу үҙе ни тора. Сара йыр-моң, бейеү менән үрелеп барҙы һәм сәй эсеү менән тамамланды.