Май айы башынан районда ҡоро һауа торошо тора. Ошоға бәйле изге йома көнөндә Быҙаулыҡ ауылында “Ямғыр саҡырыу” йолаһын уҙғарғандар. Ауыл ағинәйҙәре Фируза Собханғолова, Таңһылыу Байғужина, Маһинур Таҡалова, Сәлхиә Мортаева доғалар уҡып, теләктәр әйттеләр. Сара хуш еҫле самауыр сәйен эсеү менән тамамланды.