Яңылыҡтар
28 Май 2021, 17:56

Сибай башҡорттары ҡоролтайында – яңы рәйес

Роза Бикбова сығышы менән Хәйбулла районынан

Кисә Сибай ҡала башҡорттары ҡоролтайының киңәйтелгән ултырышы үтте. Уның эшендә Башҡортостан Республикаһы Башлығының кәңәшсеһе, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитеты ағзаһы Рәсих Хәмитов, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитеты ағзалары Азат Ярмулли һәм Хәлил Рәхмәтуллин, Ҡоролтай Аппаратының баш белгесе Гөлназ Аҡназарова, Сибай ҡалаһы хакимиәте башлығының социаль мәсьәләләр буйынса урынбаҫары Гүзәл Ишемғолова, Сибай ҡоролтайы ағзалары һәм башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусылары ҡатнашты.
Йәшәү урынын алмаштырыу һәм икенсе эшкә күсеү сәбәпле, ошоға тиклем рәйес булып эшләгән Илшат Солтангәрәев үҙ вазифаһынан китте. Ултырышта үткән йылда башҡарылған эштәр буйынса Сибай ҡала башҡорттары ҡоролтайы ағзаһы Гүзәл Лоҡманова сығыш яһаны. 24-се отчет-һайлау комиссияһына Башҡарма комитет рәйесен һайлау мәсьәләһе сығарылды.
Сибай ҡала башҡорттары ҡоролтайының Башҡарма комитет рәйеслегенә Роза Бикбова тәҡдим ителде һәм бер тауыштан һайланды. Роза Хаммат ҡыҙы сығышы менән Хәйбулла районынан, оҙаҡ йылдар Сибай гимназия-интернатында директор булып эшләй.
Яңы рәйескә яңы вазифала уңыштар теләйбеҙ!
Автор фотоһы.
Автор: Карима Усманова
Читайте нас