Яҙ башланыу менән мототранспорт менән авариялар һаны арта. Ата-әсәләр балаларына үҙҙәре скутерҙар һәм мотоциклдар һатып алып, үтә хәүефле транспорт менән идара итергә рөхсәт итәләр.
25 майҙа көндөҙгө 3-тә Күгәрсен районы Мораҡ ауылында 13 йәшлек малай скутер менән идара итеп, ҡаршыға килгән “Шевроле-Нива” автомобиле менән бәрелешә. Һөҙөмтәлә урындағы гимназияның 7-се класс уҡыусыһының һөйәктәре һына һәм ул дауаханаға оҙатыла.
Ғафури районында “Саманд” еңел автомобиле менән скутер төкөшә. Бында мототранспорт менән идара иткән 9-сы класс уҡыусыһы ҡаты йәрәхәттәр ала. Асыҡланыуынса, ул төп юлға сыҡҡанда автомобилгә юл бирмәгән.
Өлкәндәр ҙә ҡалышмай. 24 майҙа Хәйбулла районында Татыр-Үҙәк – Һамар юлында "ZW250" мотоциклы менән ҡаршыға килгән "Chevrolet Niva" автомобиле бәрелешкән. Һөҙөмтәлә 35 йәшлек мотоциклист төрлө йәрәхәттәр алып дауаханаға оҙатылған. Мәғлүм булыуынса, транспорт менән идара иткәндә уның мотошлемы булмаған. Бынан тыш мотоцикл тейешле тәртиптә теркәлмәгән.