Яңылыҡтар
28 Май 2021, 09:25

Хабаровск янындағы юл фажиғәһендә зыян күргән Өфө хәрбиҙәренең хәле билдәле булды

-

Хабаровск янындағы трассала булған аварияла алты кеше зыян күргән. Ванино-Монгохто участкаһында еңел машина һәм «Урал» бәрелешкән. Һуңғыһында хәрбиҙәр ултырған.
«Башинформ» агентлығына билдәле булыуынса, яҡташтарыбыҙ – Өфөнән ике хәрби дауаханаға оҙатылған. Уларҙың хәле ҡәнәғәтләнерлек тип баһалана. Берәүһенең мейеһе һелкенгән, икенсеһенең быуыны сыҡҡан.
Крайҙың Юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге дәүләт инспекцияһы юл фажиғәһенең сәбәптәрен тикшерә.
Читайте нас