Көндөҙгө йоҡо мәлендә Левтың өҫтөнә түшәмдән штукатурка килеп төшкән. Уның тәне һыҙырылған, гематома менән ҡапланған.
Малайҙың әсәһе әйтеүенсә, 48-се балалар баҡсаһы етәкселеге унан был хаҡта башҡаларға һөйләмәүен һораған. Ләкин башҡа балаларҙың ата-әсәһе быны белеп ҡалған. Ғәҙәттән тыш хәлдән һуң бәләкәстәрҙе икенсе йоҡо бүлмәһенә күсергәндәр, шуның менән тамам. Хәлдең ҡабатланыуы ихтимал, шуға тикшереү үткәрергә кәрәк, тип иҫәпләй ата-әсәләр.
Бина 2014 йылда төҙөлгән, ошо уҡ йылдың октябрендә файҙаланыуға тапшырылған. Бында түшәм беренсе тапҡыр ғына емерелмәй. Балалар баҡсаһы мөдире ата-әсәнән ғәфү үтенгән, ләкин хәлде йәшереп ҡалдырыу фактын учреждение кире ҡаға. Йәнәһе лә, хәҙер эксперттар төркөмө бинаны тикшерергә тейеш.
???? Ике йыл элек тамашалар залында түшәм емерелгәйне, эшләп ҡуйҙылар, йыл һайын килеп тикшерәләр. Түшәмдә ярыҡ юҡ ине", - тип раҫлай балалар баҡсаһы етәксеһе.
Хәҙер балалар баҡсаһы хеҙмәткәрҙәре бинаның торошон иғтибар менән күҙәтеп барырға вәғәҙәләй.
Сығанаҡ: БСТ