Яңылыҡтар
28 Май 2021, 18:48

Эсеп руль артына ултырған водителдәргә ҡаты яза ҡарала

Башҡортостанда 2021 йылдың ғинуар-апрелендә юлдарҙа 102 кеше һәләк булған, 1154-е төрлө тән йәрәхәттәре алған, уларҙың күптәре ғүмерлек инвалид. Рәсәй Дәүләт Думаһы депутаты Зариф Байғусҡаров социаль селтәрҙәрҙәге сәхифәһендә ошондай мәғлүмәттәр килтерҙе. Депутат белдереүенсә, Рәсәй Енәйәт кодексының 264-се статьяһына төҙәтмәләр индереү юлдарҙа иҫерек водителдәр проблемаһын хәл итеү һәм кеше ғүмерҙәрен ҡотҡарыу мөмкинлеген бирә, ә эсеп руль артына ултырғандарға ҡаты яза ҡарарға ярҙам итә.

Эсеп руль артына ултырған водителдәргә ҡаты яза ҡарала
Дәүләт Думаһында 2024 йылға юл хәрәкәтендә үлем осраҡтарын 3,5 тапҡырға кәметеү тураһында һүҙ бара.
Башҡортостанда 2021 йылдың ғинуар-апрелендә юлдарҙа 102 кеше һәләк булған, 1154-е төрлө тән йәрәхәттәре алған, уларҙың күптәре ғүмерлек инвалид. Рәсәй Дәүләт Думаһы депутаты Зариф Байғусҡаров социаль селтәрҙәрҙәге сәхифәһендә ошондай мәғлүмәттәр килтерҙе. Депутат белдереүенсә, Рәсәй Енәйәт кодексының 264-се статьяһына төҙәтмәләр индереү юлдарҙа эскән водителдәр проблемаһын хәл итеү һәм кеше ғүмерҙәрен ҡотҡарыу мөмкинлеген бирә, ә эсеп руль артына ултырғандарға ҡаты яза ҡарарға ярҙам итә.
Дәүләт Думаһы беренсе уҡыуҙа төҙәтмәләрҙе хупланы. Шулай итеп, эскән килеш транспорт сараһы менән идара итеүселәр енәйәт яуаплылығына тарттырылып, 200-300 мең һум урынына ярты миллион һумға тиклем штраф түләтергә тигән ҡарар сығарҙы. Эскән водитель юл хәрәкәте фажиғәһенә тарымаған һәм берәү ҙә зыян күрмәгән осраҡта ла енәйәт яуаплылығы инҡар ителмәй.
Читайте нас