Яңылыҡтар
28 Май 2021, 17:59

Бәпембәнән ҡәһүә һәм ҡайнатманы нисек әҙерләргә?

Бәпембә тураһында хәҙер күпте беләбеҙ: уның бөтә өлөштәре лә файҙалы. Сәскәһенән ҡайнатма эшләйбеҙ, япрағын, тамырын сәй, ҡәһүә итеп эсәбеҙ. Тулыраҡ яҙмала

Бәпембә тураһында хәҙер күпте беләбеҙ: уның бөтә өлөштәре лә файҙалы. Сәскәһенән ҡайнатма эшләйбеҙ, япрағын, тамырын сәй, ҡәһүә итеп эсәбеҙ.
Ә һеҙ беләһегеҙме, бәпембә сәйе яман шешкә ҡаршы сара була ала. Был үләнде элек-электән төрлө ауырыуҙарға, шулай уҡ ракка ҡаршы ла файҙаланғандар. Айырыуса уның тамыры яман шеш күҙәнәктәрен юҡ итеүгә, ә һауҙарын һаҡлап алып ҡалыуға һәләтле икән. Тамырынан ҡәһүә эшләп тә эсергә мөмкин - шифалы үҙенсәлектәре юғалмай.
Бәпембәнән ҡәһүә

Ике йыллыҡ үләндең тамырын ҡаҙып алып (сәтәкәй бармаҡ йыуанлығы булырға тейеш), йыуабыҙ. Уны ваҡ итеп турап, табала йәки мейестә асыҡ-һоро төҫкә ингәнсе ҡыҙҙырабыҙ һәм ҡәһүә ваҡлағыста онтайбыҙ. Артабан - ғәҙәти ҡәһүә әҙерләгән кеүек. Төҫө лә, еҫе лә ысынынан айырырлыҡ та түгел.


Ҡайнатма

Бәпембәнән ҡайнатма тәмле генә түгел, файҙалы ла. Ул бауыр, үт ҡыуығы ауырыуҙарынан килешә. Уны былай әҙерләйбеҙ: 400 бөртөк яңы өҙөлгән сәскәнең әсеһен бөтөрөү өсөн тәүлек буйы һыуҙа ебетәбеҙ. Йәшел төбөн алыу-алмау һеҙҙең ҡарамаҡта. Шунан һуң ярты литр ҡайнар һыу ҡойорға ла 15 минут ҡайнатырға, һыуынғас, сәскәләрен һығып алып ташларға. Һөҙөп алынған төнәтмәгә бер килограмм шәкәр һалып, ҡуйырғансы ҡайнатырға. Һүндерерҙән биш-ете минут алдан лимон кислотаһы йәки лимон һуты һығып һалырға. Бал төҫөндәге шифалы тәғәм әҙер!
Бындай дауаланыу алдынан тәүҙә табип менән кәңәшләшегеҙ.
Фото: vsvoemdome.ru
Автор: Аклима Гизатуллина
Читайте нас