Республикабыҙҙа иғлан ителгән Сәләмәтлек һәм әүҙем оҙон ғүмерлелек йылына ҡарата Атингән ауылы китапханаһында “Ағинәйҙәр” клубы ағзалары менән берлектә төрлө саралар уҙғарылып тора.
26 май көнө баҡсаларҙа хуш еҫле сирень күпереп сәскә атҡан мәлдә ағинәйҙәр « Ғүмерҙәр сәләмәт тормош яҡлы» исемле кисәгә йыйылдылар ,был юлы ағинәйҙәр сирень сәскәһенең һәм япрағының халыҡ медицинаһында нисек ҡулланғандарын , уның шифалы үҙенсәлектәре тураһында әңгәмәләштеләр.Сирень сәскәһенә һәм уның хуш еҫенә һоҡланмаған кеше һирәктер. Матурлыҡтан тыш, уны дауаланыу өсөн дә файҙаланырға мөмкин.
Халыҡ медицинаһы ҡыуаҡтың сәскәһенән, бөрөһөнән һәм япраҡтарынан шифалы төнәтмәләр әҙерләргә кәңәш итә.
Сирень сәскәһе ата башлаған сағында, ә япрағы йәйҙең тәүге яртыһында ,ҡоро көндә әҙерләнә. Уны күләгәлә һәм ҡоро урында йоҡа итеп йәйеп, йыш өйләндереп киптерелә. Улар ғәҙәттәгесә һаҡлана.
Ағинәйҙәр сирень сәскәһенән яһалған дарыу майын дарыуханаларҙан алғансы , уны үҙҙәре әҙерләүҙе хуп күрҙе.Бер-беребеҙгә кәңәштәр биреп сирень сәскәһенән бергәләшеп төнәтмә әҙерләп ҡуйҙыҡ. Бының өсөн 1 литр банканы сирень сәскәһе менән тултырырға кәрәк. Артабан шыйыҡ майҙы 40 градусҡа тиклем йылытырға һәм сәскәнең өҫтөнә ҡойорға. Банканы яҡшылап ҡапҡас менән ябып, ике көн ултыртырға. Аҙаҡ марля аша уны һөҙөп, тик майҙы ғына ҡалдырырға кәрәк. Тағы ла майҙы ҡайнатырға һәм яңы сирень сәскәләрен өҫтәп һалырға. Был процедураны бер нисә тапҡыр ҡабатлағанда, хуш еҫле һәм шифалы сирень майы килеп сығасаҡ.
Бронхит, ангина, грипп кеүек сирҙәр менән дауаланғанда сирень сәскәһенең майы бигерәк тә файҙалы. Уны ингаляция эшләгәндә лә ҡулланалар. Майҙың бер нисә тамсыһын үҙегеҙ ҡулланған крем, шампунь, лосьонға тамыҙып ебәргәндә, тирә-яғығыҙға хуш еҫтәр таралып китер. Уның менән һыҙлаған урынды ыуыу ҙа ҙур ярҙам күрһәтәсәк.
Әммә һәр нәмәлә сама белеү талап ителә, шул уҡ ваҡытта уның ағыулы икәнен дә онотмаҫҡа кәңәш итәбеҙ. Ағинәйҙәр фәһемле һәм файҙалы саранан һуң сәй эсеп таралыштылар.