Яңылыҡтар
27 Май 2021, 13:26

Йөк машинаһы менән “Лада Калина” автомобиле төкөшә

Һөҙөмтәлә 66 йәшлек водитель..

Кисә республика юлдарында дүрт автомобиль аварияһы теркәлгән, уларҙа 4 кеше йәрәхәтләнгән.
Шишмә районы Игнатовка ауылында 37 йәшлек мотоциклист “Днепр” мотоциклы менән балиғ булмаған велосипедсыны бәрҙерә. Һөҙөмтәлә йәрәхәттәр алған 10 йәшлек малай дауаханаға оҙатыла. Ваҡиға буйынса тикшеренеү эштәре башланған.
Ғафури районында Толбазы-Красноусольск автомобиль юлының 38-се километрында “МАЗ” йөк машинаһы менән “Лада Калина” автомобиле төкөшә. Авария һөҙөмтәһендә еңел автомобильдең 66 йәшлек водителе дауаханаға оҙатыла. Тикшеренеү эштәре башланған.
фото:ЮХХДИ
Читайте нас