Яңылыҡтар
27 Мая 2021, 14:41

Күрше районда – ҡот осҡос фажиғә

Янғын һөҙөмтәһендә әсә менән уның улы һәләк була...

Бөгөн Ейәнсура районы Башҡорт Үргене ауылында Мәктәп урамындағы йортта ут сыға. Ҡотҡарыусылар ваҡиға урынына килеп еткәндән һуң ярты сәғәт үткәс утты ауыҙлыҡлай һәм һүндерә.
Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, янғын һөҙөмтәһендә ике кешенең ғүмере өҙөлә. Улар – әсә менән уның улы. Ғаилә башлығы дауаханаға оҙатылған.
Янғын сығыу сәбәптәрен асыҡлау буйынса тикшеренеү эштәре бара. Ут менән һаҡ булайыҡ!
фото:Башҡортостан буйынса Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы
Читайте нас