Республиканың күпселек райондарында ғәҙәттән тыш янғын хәүефе һаҡлана, тип хәбәр итте Башҡортостан буйынса Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы. Төндә һәм иртән төньяҡ һәм таулы райондарҙа 0, -2 градусҡаса һыуытып, һауала һәм тупраҡта еңелсә ҡырау төшөүе көтөлә.
Иртән урыны менән томан, күреү мөмкинлеге 500-1000 метр.
27 майҙа киске сәғәт 8-ҙән 28 май киске 8-гә тиклем аяҙлы-болотло, яуым-төшөмһөҙ булыуы көтөлә. Ел көньяҡ-көнсығыштан, көнсығыштан секундына 2-7 метр, көндөҙ урыны менән көсәйеүсән.
Һауа температураһы төндә +5, +10°, төньяҡ һәм таулы райондарҙа һауала һәм тупраҡта ҡырау, көндөҙ 25-30°.
Автомобиль юлдарында иртән урыны менән томан, күреү мөмкинлеге 500-1000 метр.