Ауырғазы районынан Сәйфутдиновтар ғаиләһе ауыр һынау алдында ҡалған.
Уларҙың ике йәшлек ҡыҙҙарында ҡапыл ғына эстән ҡан һауыу күҙәтелә. Йәш парҙы баланың ҡан ҡатыш ҡоҫоуы һиҫкәндерә. Уны тәүҙә Стәрлетамаҡ, артабан Өфө ҡалаһы дауаханаларына оҙаталар. Ҡатмарлы операция талап ителгәс, ҡыҙҙы атаһы менән Мәскәүгә оҙаталар. Ҡыҙҙың әсәһе, Рәзилә Сәйфутдинова йөклө, бала табыу ваҡыты ла килеп еткән.
Бәләкәскә операция яһайҙар, әммә унан һуң да ҡан китеүе күҙәтелә. Операциянан һуң, балала баш мейеһе шеше башланып, ҡыҙҙы яһалма рәүештә комаға индерәләр. Бер аҙҙан баланы медикаментоз йоҡонан сығаралар, ул үҙе тын ала башлай, зонд аша туҡландыралар.
Баланың атаһы, Руслан Сәйфутдинов һәр ваҡыт янында була. Әммә бер аҙҙан ирҙең тән температураһы күтәрелә. ПЦР анализ коронавирусҡа сирен күрһәтмәй. Ҡунаҡханала йәшәгән Русландың температураһы 40,5 градусҡа етә. Уны дауаханаға һалалар. 25 майҙа Руслан вафат була. Яҡынса версия буйынса тромб ысҡынып, үпкә шеше башлана. 12 майҙа Русланға 29 йәш тулған була.
“Нимәнән сир башланғанын да белмәйем. Ҡыҙым бер ҡасан да ауырыманы, бер нимәгә лә зарланманы. Табиптар әйтеүенсә, балаға оҙайлы реабилитация талап ителә. Хәҙер уны түләүле шәфҡәт туташы ҡарай, тиҙҙән бейемем юлға сыға. Әйтер һүҙем дә, хәлем дә юҡ. Иремдең көтөп алған икенсе балаһын күрә алмауы йөрәкте өҙә. Ике аҙнанан ваҡытым да тула”,--ти Рәзилә.
Сәйфутдиновтар ғаиләһенә 8 927 089 04 92 (Рәзилә Рәшит ҡыҙы) телефоны буйынса ярҙам күрһәтергә мөмкин.