Яңылыҡтар
26 Май 2021, 16:05

Ҡыҙын ҡотҡара алмаған...

Һигеҙ айлыҡ сабыйы өйҙә коляскала ҡалған була...

Шишмә ҡасабаһындағы янғын һигеҙ айлыҡ ҡыҙ баланың ғүмерен өҙҙө... Район хакимиәте башлығы Ришат Мансуров ваҡиға урынына барып, фажиғәнең сәбәбен асыҡлаған.
“Баланың әсәһе өйҙә ут сыҡҡанда өс йәшлек ҡыҙы менән ихатала була. Кесе ҡыҙы коляскала өйҙә ҡала. Яҡынса мәғлүмәттәрҙән күренеүенсә, ялҡын болдорҙан бәреп сыға (моғайын, сәбәп электр үткәргесендәлер) һәм тиҙ арала йортто ялмап ала, - тип хәбәр иткән етәксе “Башинформ” агентлығына. – Ҡатын янған йорттан ҡыҙын сығарырға тырышып ҡараған, ҡоромға буялып бөткән була. Тик булдыра алмаған. Ут бик тиҙ таралған.”
Ғаилә башлығының эштә булыуы билдәле. Полиция хеҙмәткәрҙәренең әйтеүенсә, уларҙы имен ғаиләләр рәтенә индереп булмай. Бөтә яуаплы органдар фажиғә сәбәптәрен асыҡлаясаҡ.
Ваҡиға урынына 12 ҡотҡарыусы һәм биш янғын һүндереү расчеты килгән. Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының матбуғат хеҙмәте мәғлүмәттәренә ҡарағанда, асыҡ ялҡынды биш минутта һүндерә алғандар. Йорт эсендә һәләк булған һигеҙ айлыҡ сабыйҙың кәүҙәһен тапҡандар.
Фото: Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы матбуғат хеҙмәте.
Автор: Дина Арсланова
Читайте нас