Кисә киске 7-лә Татыр-Үҙәк – Һамар юлында "ZW250" мотоциклы менән ҡаршыға килгән "Chevrolet Niva" автомобиле бәрелешкән. Һөҙөмтәлә 35 йәшлек мотоциклист төрлө йәрәхәттәр алып дауаханаға оҙатылған. Мәғлүм булыуынса, транспорт менән идара иткәндә уның мотошлемы булмаған. Бынан тыш мотоцикл тейешле тәртиптә теркәлмәгән. Тикшереү эштәре башланған.
Дөйөм алғанда, 24 майҙа республика юлдарынжа 6 автомобиль авариялары теркәлгән, уларҙа 6 кеше йәрәхәтләнгән. Тәүлек эсендә ЮХХДИ хеҙмәткәрҙәре тарафынан 2,2 меңдән ашыу юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен боҙоу осраҡтары асыҡланған, 39 иҫерек водитель тотолған.