Өсөнсө көн рәттән Өфөлә температура рекорды теркәлә. Башгидрометүҙәк мәғлүмәттәре буйынса, 24 майҙа Өфө-Дим станцияһында 69 йыл буйына үҙгәрмәгән һауа температураһы рекорды яңыртылған. Термометр бағанаһы +35,5 градусҡаса күтәрелгән.
«1952 йылда был көндә һауа температураһы +32,7 градус булған. Дөйөм алғанда, кисә республикала һауа температураһы көндөҙ +31,0,+36,3 градусҡа еткән», — тип хәбәр итте синоптиктар.