Яңылыҡтар
25 Май 2021, 09:00

Башҡортостанда малярия менән сирле асыҡланған

Ир кеше уны Африканан “алып ҡайтҡан”. Диагноз лаборатория тикшереүҙәре менән раҫланған

Республика “Роспотребнадзор” идаралығы белгестәре әйтеүенсә, Башҡортостанда элекке яман сир асыҡланған. Уны йоҡторған ир кеше Африканан ҡайтҡан булған. Әлеге ваҡытта пациенттың хәле ҡәнәғәтләнерлек, дауалана.
Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, быйыл мартта Башҡортостан кешеһенең Занзибарҙа ял иткәндә тропик малярия йоҡтороуы хаҡында әйткәйнек. Ул ошо үлемесле инфекциянан вафат булды. 2018 йылда Һиндостан һәм Нигериянан малярия йоҡтороп ҡайтыуҙың ике осрағы теркәлгән. 2019 һәм 2020 йылдарҙа бындай осраҡтар теркәлмәгән.
фото: SHUTTERSTOCK
Читайте нас