Әбйәлил районында ике көн дауамында Урал аръяғы башҡорттарының “Ҡомартҡы” республика этник йәштәр форумы үтте. Уның маҡсаты булып йәштәрҙе үҙҙәренең шәжәрәләрен, башҡорт халыҡ ижадын, милли йолаларҙы, кәсептәрҙе, халыҡ уйындарын белеү, өйрәнеү, һаҡлау торҙо.
Форумда Әбйәлил, Баймаҡ, Йылайыр, Ейәнсура, Хәйбулла, Күгәрсен, Белорет, Учалы райондарынан йәштәр уҡ атыу, башҡорт халыҡ йыры, башҡорт ир-егеттәренең кейеме, кейеҙ баҫыу, селтәр, һаҡал эшләү, ҡорама ҡорау буйынса оҫталыҡ дәрестәрендә үҙҙәрен һынап араны. Үҙ эштәренең оҫталары Юлай Ғәлиуллин, Рөстәм Баһауов, Сәғит Хызыров, Рита Шәйҙуллина һәм Рәхмәт ауылының кейеҙ оҫталары ихласлыҡ менән һөнәрҙәре тураһында ентекләп һөйләне, өйрәтте. Ә милли ризыҡтарҙан торған күргәҙмәлә бер өҫтәл – тик һөт ризыҡтарынан, икенсе өҫтәл – тик балыҡ ризыҡтарынан, артабан ҡамыр аштары, картуф һәм башҡа ризыҡтарҙан торған аш-һыу урын алды. Шулай уҡ Әбйәлил районы мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре буҙа ҡойоу, бишбармаҡ бешереү, талҡан эшләү кеүек милли ризыҡтарҙы әҙерләүҙең бөтә этаптарын да тәҡдим итте.
Бөгөнгө заман шарттарында милли кәсептәребеҙҙең төрлө тармаҡтарына бәйле эшҡыуарлыҡты үҫтереүгә бәйле конференция форумдың үҙәген тәшкил итте, үҙҙәре йәш булыуға ҡарамаҫтан, ҙур ғына уңыштарға өлгәшкән йылҡысылыҡ менән шөғөлләнгән Әбйәлил егете Айтуған Фәттәховтың, ә инде Баймаҡтан килгән ат йәнле сәйәхәтсе, эшҡыуар Денис Өмөтбаев сығышын залда ултырған бер кем дә битараф тыңлай алманы, хатта күҙҙәренә йәш алды.
Форум сиктәрендә үткән “Быуын сылбыры” тип исемләнгән шәжәрәләр конкурсын Башҡортостан милли архивының бүлек етәксеһе Зөлфәр Ғәтиәтуллин, “Ҡомартҡы” форумының проект авторы, Башҡорт халыҡ ижады үҙәге белгесе Гөлгөнә Баймырҙина, “Башҡортостан ҡыҙы“ журналының баш мөхәррире Гөлназ Ҡотоева баһаланы.
“Өмөт” номинацияһына Әбйәлил районының Ташбулат ауылынан Нәркәс Солтанова, Алһыу Таһирова, өсөнсө урынға - Күсемдән Зөлфирә Ҡарағужина-Моратшина, Гүзәл Билалова, Ләйсән Хажина, икенсе урынға Инзирә Ишморатова (Бөрйән районы), Рәшиҙә Абдуллина (Архангел районы), беренсе урынға Әлмөхәмәттән (Әбйәлил) Эльмира Өмөтбаева алды. Ә инде Гран-приға һәм 50 меңлек сертификатҡа (мунса бураһына) Асҡарҙан Гөлйөҙөм Ғөбәйҙуллина лайыҡ булды.
Форум юғары кимәлдә ҡуйылған концерт һәм еңеүселәрҙе бүләкләү менән тамамланды. Тамамланды, әммә ҡатнашыусыларҙың күңелдәренә дәрт өҫтәп, яңы эштәргә өмөт биреп, баҙлап янған ҡуҙ ҡалдырҙы.
Фото: Әбйәлил районы хакимиәтенең мәҙәниәт бүлеге сайтынан.