Яңылыҡтар
23 Май 2021, 12:30

Әйҙә, өмәләргә ҡушылығыҙ!

Йәнтеш ауылы халҡы бер-береһенә ярҙам итешеп, һарыҡ йөнөн ҡырҡыу өмәләрен уҙғара. Уңған хужабикәләр үткер ҡайсыларын тотоп, һарыҡ ҡырҡыу өмәләрендә дәррәү ҡатнаша. Хәҙерге ваҡытта күптәр тәбиғи аҙыҡҡа һәм әйберҙәргә өҫтөнлөк бирә башланы. Шул уҡ һарыҡ йөнөнән бәйләнгән ойоҡбаш-бейәләйҙәргә, баҫылған йылы быймаларға нимә етһен инде?

Йәнтеш ауылы халҡы бер-береһенә ярҙам итешеп, һарыҡ йөнөн ҡырҡыу өмәләрен уҙғара. Уңған хужабикәләр үткер ҡайсыларын тотоп, һарыҡ ҡырҡыу өмәләрендә дәррәү ҡатнаша.

Хәҙерге ваҡытта күптәр үҙ асылына, тәбиғи продукттарға өҫтөнлөк бирә башланы. Шул уҡ боронғо замандарҙан һарыҡ йөнөнән бәйләнгән ойоҡбаш-бейәләйҙәргә, баҫылған йылы быймаларға нимә етһен инде?
Ир-ат һарыҡтарҙы тотоп, бәйләп бирһә, уңған ҡатындары “һә” тигәнсе ваҡ малдың йөнөн ҡырҡып та ҡуйған. Был өмәгә ауылдың иң уңғандарын саҡырғандар, оло инәйҙәр уларға эш рәтен өйрәтеп, фатихаһын биргән. Һәр урында ошо йәһәттән оҫталар булған. Уларға хатта сират теҙелгән: күптәр һарығының йөнөн маһирҙарҙан ҡырҡтырырға тырышҡан.

Халҡыбыҙҙың ауыҙ-тел ижадында иһә төрлө әйтемдәрҙе, һынамыштарҙы осратырға мөмкин. Мәҫәлән, “Һарыҡтың башынан башлап ҡырҡһаң – бәрәсе орғасы, ҡойроҡ яғынан башлаһаң, тәкә була", "Малды үрсетәм тиһәгеҙ, башынан башлағыҙ” һәм башҡалар.

Һарыҡ йөнөн ҡырҡыусылар һәр хужаның һарығына төрлө инәү һалған, таҫмалар ҙа таҡҡан. Был көтөүҙәге малды таныу еңел булһын өсөн башҡарылған.

Файҙаһына килгәндә, улар бик күп. Мәҫәлән, сайырлы һарыҡ йөнөн быуындар һыҙлағанда, тире ауырыуҙары менән яфаланғанда бәйләгәндәр, уның тиреһен ябынып ятҡандар. Әйткәндәй, элек кейәүгә оҙатылған ҡыҙҙың бирнәһендә һарыҡ йөнөнән яһалған балаҫ, баҡтанан һырылған юрған мотлаҡ булырға тейеш булған. Заман башҡа - заң башҡа тип әйтергә күнекһәк тә, бөгөн дә йәш килендәрҙең бирнәһендә һарыҡ йөнөнән эшләнгән ҡорама юрғандар осрап ҡуя. Тимәк, йола дауам итә.
Йәнтеш мәҙәниәт йорто.
Читайте нас