Өфөлә ҡурҡыныс фажиғә. "КамАЗ" йөк машинаһы аҫтына ҡалып бала үлде.
Был хәл бөгөн Черниковка биҫтәһендә, Гастелло урамында теркәлә. ЮХХДИ-ның яҡынса мәғлүмәттәре буйынса, велосипедсы малайҙы "КамАЗ" йөк машинаһы бәрҙерә. Урында полиция эшләй.
Малай 7 класта уҡыған, уға 13 йәш булған. Социаль селтәрҙәрҙә шаһиттар белдереүенсә, ул үҙе ҙур тиҙлектә килеп сыҡҡан, ә йөк машинаһы туҡтап өлгөрмәгән. Был мәғлүмәт әлеге ваҡытта тикшерелә.
Йәйге каникулдар башланып та өлгөрмәне, юлдарҙа балалар йәрәхәтләнә һәм һәләк була башланы. Был осор мәктәп уҡыусылары өсөн айырыуса хәүефле. Көнө буйы өйҙә ултырған балалар велосипед, самокат, мопедтарҙа йөрөргә сыға.
Хөрмәтле ата-әсәләр, балаларығыҙҙы ҡат-ҡат киҫәтегеҙ, оло юлға сыҡмаһындар. Юл уйын урыны түгел. Уларҙың ғүмерҙәре һәм һаулығы өсөн тырышайыҡ. Водителдәргә лә үтә иғтибарлы булырға кәрәк. Ҡапыл килеп сыҡҡан баланы тапатмаҫ өсөн, рөхсәт ителгән тиҙлекте арттырмай ғына йөрөү зарур.