Яңылыҡтар
22 Май 2021, 19:02

Мәмбәт ауылында йыл башынан төрлө фәһемле саралар үткәрелә

Хәйбулла районы китапханалары араһында имиджлы "Здоровый образ жизни-наш выбор.Сәләмәт йәшәү рәүеше-беҙҙе һайланы" исемле конкурс сиктәрендә , Мәмбәт ауылы моделле китапханаһы "Аҡ ҡайындар шаулай елдәрҙә" исемле театралаштырылған тамаша менән мәҙәни бәйгене башланы.

Хәйбулла районы китапханалары араһында имиджлы "Здоровый образ жизни-наш выбор.Сәләмәт йәшәү рәүеше-беҙҙе һайланы"исемле конкурс сиктәрендә ,Мәмбәт ауылы моделлы китапханаһы"Аҡ ҡайындар шаулай елдәрҙә" исемле театралыштырылған тамаша менән конкурсты асып ебәрҙе.

Мәмбәт моделле ауыл китапханаһы төркөмөндә хәбәр ителеүенсә, тамаша ҡартәсәйҙен ( Вәсилә Мәмбәтова) ейәндәре менән ҡайынлыҡҡа килеп ҡайын туҙынан ҡара һағыҙ ҡайнатып, ейәндәренә һәм тамашасыларға һағыҙ таратып биреүе һәм балаларҙын йүгереп йөрөп һаулыҡ тураһында буклеттар таратыуы менән башлана.

Күнелле көй аҫтында сәхнәлә бейемден ( Зенфира Шәкирова ) килененә ( Лира Мәмбәтова), сейәһе менән дан тотҡан Айғыр тау тарихын һөйләүен тамашасылар ҡыҙыҡһыныу менән тынланылар.Шул уҡ ваҡытта Айғыр тауына миндеккә ҡайын япраҡтарына килгән ҡатын-ҡыҙ ҙа, халыҡ медицинаһында ҡайын ағасынын бөрөһө, япрағы, алҡалары, һыуы,т уҙы, дегете, бәшмәге ҡулланыуын һөйләп, тамашасылар менән әнгәмәләштеләр.
Ҡайынлыҡта шиғырҙар,йырҙар янғыраны, сәскәләр йыйып күбәләктәй бейегән килен тамашаға үҙенә күрә илаһи күренеш бирҙе.Тамаша барышында "Һаулыҡҡа табан аҙым" китап күргәҙмәһе һәм презентация ойошторолдо .

"Аҡ ҡайындар шаулай елдәрҙә" исемле театрлаштырылған тамашала 62 кеше ҡатнашыусы һәм тамашасы булды.
Сығанаҡ:
Читайте нас