Муниципаль район хакимиәтенең рәсми сайтында хәбәр ителеүенсә, ауыл халҡын ҡыуандырып, мәҙәниәт йортонда күптән көтөлгән ремонт эштәре башланды.
Ул “Ауыл мәҙәниәт йорттарын капиталь ремонтлау” төбәк милли проекты сиктәрендә башҡарыла. 6 млн. һумдан ашыу субсидия республика һәм урындағы бюджеттан бүленгән. Ремонт эшенә бағымсылыҡ ярҙамы күрһәткән сәнәғәт предприятиеһы -- “Башҡортостан баҡыры” йәмғиәте лә тос өлөш индерә.
Былтыр капиталь ремонт сиктәрендә бинаның ҡыйығы алмаштырылды. Быйыл иһә иҫке конструкция һәм ҡоролмаларҙы һүтеү эштәре бара.
Мәҙәниәт йортонда ремонт эштәрен йәй уртаһында тамамлау күҙаллана.