Байрамға уҡыусыларҙың уҡытыусылары, ата-әсәләре, ҡунаҡтар йыйылды. Һәр кем бөгөн сығарылыш уҡыусыларына тик уңыштар, хыялдарының тормошҡа ашыуын, һынауҙарға бирешмәйенсә йәшәүен теләне.
Уҡыусылар ҙа яуапһыҙ ҡалманы, һынатмаҫҡа һүҙ бирҙе. Беренсе синыф уҡыусылары мәктәп менән хушлашыусы ағай, апайҙарына теләктәрен шиғри юлдарға һалды. Сығарылыш уҡыусыларының сығыштары, мәктәп вальсы берәүҙе лә битараф ҡалдырманы.
Йәшлек, мөхәббәт, гүзәллек, көс-ҡеүәт ташып-урғылып торған йәштәргә тик яҡты киләсәк кенә теләргә ҡала!