Илгиз Хөрмәт улы сығышы менән Йылайыр районы Яңы Яҡуп ауылынан. Ишле ғаиләлә, бер апаһы, ете ағай-ҡустылары араһында үҫә. Ғаиләләге бөтә ир- егеттәр ҙә әрме сафында хеҙмәт итә. Илгиз Ғәлиев та Ватан алдында хәрби бурысын үтәй. Ҡайтҡас Һамар ауылы мәктәбендә физкультура уҡытыусыһы булып эшләй, артабан уға ниндәй генә өлкәлә эшләргә тура килмәй.
2006 йылда район үҙәгендә янғын һүндереүсе булып эш башлай. Бөгөн ул 16 йыл ошо өлкәлә, ҡарауыл начальнигы булып уңышлы эшләй.
– Ғәҙәти бер эш көнөгөҙ тураһында һөйләгеҙ әле, – тип мәҡәлә геройыма мөрәжәғәт иттем.
– Көндә эшкә килеү менән махсус формаларҙы кейеп, сафҡа теҙеләбеҙ. Шәхси составты тикшереп, йәғни һәр беребеҙҙе барлап сыҡҡас, төп бурыстарҙы билдәләйбеҙ. План менән таныштыралар. Шунан янғын-техник ҡорамалдарҙы ҡабул итәбеҙ. Ҡыҫҡаһы, хәрби көн тәртибе, һалдат тормошондағы кеүек бөтә нәмә ҡәтғи. Саҡырыу булһа, мөмкин тиклем тиҙерәк объектҡа ашығаһың. “Тревога” булмағанда ла эшһеҙ ултырған юҡ, ремонт эштәре, тирә-яҡты йыйыштырыу менән мәшғүлбеҙ, экологик өмәләрҙән дә ситтә ҡалмайбыҙ. Юл-транспорт ваҡиғаһы булған ергә лә ярҙамға ашығабыҙ, – ти Илгиз Ғәлиев.
– Бөгөн 3 автомашина әҙерлек һағында тора, часта 28 хеҙмәткәр эшләй. Эшебеҙ дүрт сменаға бүленгән. Минең командала үҙем менән бөтәһе алты кеше: бүлек командиры Шәфҡәт Баҡтыбаев, янғын һүндереүсе Руслан Ғәлин, диспетчер Лилиә Алчинова, ике водитель Ринат Таҡалов һәм Салауат Саптаровтар – һәр береһе үҙ эшенә яуаплы ҡарай, иңдәренә йөкмәтелгән бурысты намыҫ менән үтәй.
Янғын хәүефе янаған яҙ һәм йәй осоро етеү менән ауылдарҙа һәм урмандарҙа янғын сығыу һәм ут тоҡаныу осраҡтары ла йышая. Ошоға бәйле, халыҡ үҙ биләмәһен сүп-сарҙан, кипкән үләндән таҙартһын ине. Йәйге осорҙа ҡоро һәм елле көндәрҙә тышта усаҡ яғырға, мейес тоҡандырырға, янғын хәүефе тыуҙырған эштәргә тотонорға ярамай.
Һүнеп бөтмәгән ҡуҙҙы, көлдө йорт, кәртә-ҡура тирәһенә, ҡоро үләнгә түгеү бик хәүефле. Уларҙы һыу һибеп һүндерергә һәм айырым билдәләнгән махсус урынға түгергә кәрәк. Электр үткәргестәрҙең төҙөклөгөн дә даими тикшереп торорға кәрәк, – тине ул.
Эше генә түгел, тормошо ла уң Илгиз Хөрмәт улының. Ҡатыны Эльвира Мөхәмәтйән ҡыҙы менән ике ул, ике ҡыҙ тәрбиәләйҙәр.
Үҙ ғүмере, һаулығы, шәхси мәнфәғәттәренән төп бурысын өҫтөн күрә белеп, намыҫ менән хеҙмәт итеүсе янғын һүндереүселәргә ауыр эштәрендә уңыштар һәм тынысыраҡ йәйҙәр теләйбеҙ.