Яңылыҡтар
21 Май 2021, 07:29

Районда ғәҙәттән тыш режим

Урмандар ебәк күбәләгенә ҡаршы биопрепараттар менән эшкәртеләДала участка урмансылығында ағастарҙы ҡоротҡостарға ҡаршы ер өҫтө техникаһы менән эшкәртеү ҡаралған. Әммә был саралар Юлбарыҫ, Яковлевка, Воздвиженка, Вәлит, Әбделнасир, Иҫәнгилде, 1-се Мырҙа, Первомайка, Әлибай, Рафиҡ, Түбәнге Смаҡ, Өфө ауылдарының сиктәренә 2,5 километрға яҡын булмаған майҙанда башҡарыла.Көньяҡ Урал участка урмансылығында, Урыҫбай, Ғәлиәхмәт, Аҡнаҙар, Аҡъюл ауылдарының сиктәренә 2,5 километрға яҡын булмаған урмандар ебәк күбәләгенә ҡаршы авиация ярҙамында эшкәртелә.Ошоға бәйле эшкәртеүҙе башҡарыу осоронда, шулай уҡ был эштәр башланыу алдынан 2 көн алда һәм улар тамамланғандан һуң 7 көн үткәндән һуң урмандарға барыу, мал көтөү, бәшмәк, емеш-еләк һәм дарыу үләндәрен йыйыу тыйыла.

Граждандар иғтибарына!
Рәсәй Тәбиғәт министрлығының 2020 йылдың 9 ноябрендәге «Зыянлы организмдарҙы бөтөрөү ҡағиҙәләрен раҫлау тураһында»ғы приказына ярашлы, ағымдағы йылда Хәйбулла урмансылығының Дала һәм Көньяҡ Урал участка урмансылыҡтары биләмәләренең 6731,7 гектар майҙанында парһыҙ ебәк күбәләгенең һанын кәметеү йәки юҡ итеү өсөн саралар уҙғарыу талап ителә.
2021 йылдың 15 июненә тиклем Рәсәй Федерацияһына файҙаланыуға рөхсәт ителгән «Лепитоцид СК» биологик препаратын ҡулланып, урман һаҡлау сараларын уҙғарыу ҡаралған.
Дала участка урмансылығында ағастарҙы ҡоротҡостарға ҡаршы ер өҫтө техникаһы менән эшкәртеү ҡаралған. Әммә был саралар Юлбарыҫ, Яковлевка, Воздвиженка, Вәлит, Әбделнасир, Иҫәнгилде, 1-се Мырҙа, Первомайка, Өфө ауылдарының сиктәренә 2,5 километрға яҡын булмаған майҙанда башҡарыла.
Көньяҡ Урал участка урмансылығында, Урыҫбай, Ғәлиәхмәт, Аҡнаҙар, Аҡъюл ауылдарының сиктәренә 2,5 километрға яҡын булмаған урмандар ебәк күбәләгенә ҡаршы авиация ярҙамында эшкәртелә.
Ошоға бәйле эшкәртеүҙе башҡарыу осоронда, шулай уҡ был эштәр башланыу алдынан 2 көн алда һәм улар тамамланғандан һуң 7 көн үткәндән һуң урмандарға барыу, мал көтөү, бәшмәк, емеш-еләк һәм дарыу үләндәрен йыйыу тыйыла.
Читайте нас