

–Ошонда бүләк бирәләрме?–тип билдәләнгән ваҡытҡа бүләк хужалары килеп еттеләр.
–Башҡорт һәм урыҫ телдәрендәге ике “районка”ны ла алдырам. 1971 йылда ошо районға килен булып төшкәндән алып гәзиттән айырылғаным юҡ. Ике телдә лә ҡыҙыҡ, икеһе ике төрлө баҫма. Яҡындарым менән яратып уҡыйбыҙ. Бөтә мәҡәләләр ҙә оҡшай, бигерәк тә баҡса үҫтереү тураһында файҙалы мәғлүмәттәр, кәңәштәр, һынамыштарҙы ҡырҡып, йыйып барам, – тине Гөлдәр Солтанова.
–“Хәйбулла хәбәрҙәре” гәзитен алдырып, йыл һайын уҡыйым. Хәбәрселәргә рәхмәт, шундай матур мәҡәләләр яҙалар. Шулай уҡ төрлө хикәйәләр ҙә оҡшай,–тине Хәлиҙә Ҡоҙабаева.
–“Хәйбулла хәбәрҙәре” гәзитенә яҙылып, Зәйнетдиндең концертына билет отоуыбыҙға бик шатбыҙ. Бындай уңыш гел булмай. Рәхмәт, концертҡа барып, ял итеп ҡайтырмын, тип уйлайым. Район халҡы ла яҙылһын, бүләкле булһын,–тине Шайнур.
Әүҙемерәк булығыҙ, дуҫтар! Район гәзиттәренә яҙылығыҙ һәм бәхетегеҙҙе һынап ҡарағыҙ. Ә беҙҙең һеҙҙе ҡыуандырырлыҡ, дәртләндерерлек хәтәр шәп приздарыбыҙ күп әле!
Гүзәл Бохарбаева.