Фирүзә Нәжип ҡыҙы сығышы менән Көйөргәҙе районынан. 8-се кластан һуң, Өфөлә Ҡ. Дәүләткилдиев исемендәге һынлы сәнғәт гимназия-мәктәбен тамамлағас, Башҡорт медицина институтына уҡырға инә. Һуңғы курста Хәйбулла районы егете Шәкир Зыя улын осратып, ғаилә ҡоралар. Фирүзә Әминева 1980 йылда Аҡъяр үҙәк район дауаханаһында хеҙмәт юлын башлай. Һәм бөгөнгө көнгәсә 43 йыл ошо өлкәлә уңышлы эшләй.
– Кеше ғүмере һинең ҡулда икән, үҙеңә ҙур яуаплылыҡ алырға тура килә. Гиппократ антын биргән ваҡыттан алып бөгөнгө көнгә тиклем һайлаған һөнәремә хыянат иткәнем юҡ. 43 йыл өҫтөмдәге аҡ халатыма тап төшөрмәйем, эшемде яратам. Ҡатын-ҡыҙҙар консультацияһында ла, бала табыу йортонда ла, гинекология бүлегендә лә эшләнем.
Хәҙер дауаханала йәштәр эшләй, уларға тәжрибәм менән уртаҡлашырға тырышам, – ти ул.
Эйе, 40 йылдан ашыу иң изге эште башҡарған Фирүзә Нәжип ҡыҙы донъяға ауаз һалған күпме балаға кендек инәһе булған икән! Иҫәбе лә юҡтыр. Ул хеҙмәттәштәре араһында намыҫлы етәксе, ә пациенттары өсөн хөрмәтле табип булып танылған. Ҡатын-ҡыҙҙарҙың өлкәне менән дә, йәше менән дә тиҙ арала уртаҡ тел таба белгән, табиптарға хас этика ҡағиҙәләрен яҡшы үҙләштергән, хәл иткес осраҡтарҙа тиҙ арала ҡатмарлы мәсьәләне сисеү юлдарын таба белгән табипҡа һоҡланмау мөмкин түгел.
–Ҡырҡ тиҫтәнән ашыу йылдар арауығында күпме ҡатын-ҡыҙҙы бәпәйләттем, һанын хәтерләмәйем. Дөйөмләштереп әйткәндә, бер “бәләкәй ҡаласыҡ” булалыр. Сөнки 80-се йылдарҙан башлап тыуған балалар бөтәһе лә “минеке”. Был эш минән генә тормай, коллективтың да фиҙакәр хеҙмәте ул. Беҙҙең бүлектә 5 акушер эшләй. Улар бер минут та буш тормай. Шуға күрә бында эшләгән медицина персоналына бер ниндәй ял һәм байрам юҡ. Улар тәүлектең теләһә ниндәй ваҡытында ла аҡ халатын кейергә әҙер. Әлбиттә, тәүге йылдарҙағы хеҙмәт шарттары менән бөгөнгөнө сағыштырып булмай. Элек бер йылда меңләп бала тыуһа, хәҙер тыуым өсләтә кәмене.
“Ысын акушер булайым тиһәң, бала тыуҙырыу йортонда көнө-төнө йәшәргә тейешһең”,–тигән һүҙҙәр менән килешәм. Донъяға килеүсе сабыйҙы беренсе булып ҡулға алаһың. Мөғжизә бит ул!
Минеңсә, һәр кеше һөнәрҙең үҙенә оҡшағанын, ул эшкә һәләтле булыуын иҫәпкә алып һайларға тейеш. Үҙем табип булырға хыялландым һәм ниәтемә ирештем. Нәҡ акушер-гинеколог булыуы оҡшай, сөнки бала ҡарында нисек үҫешкәнен тикшерәһең, сабый тыуғас, әсә кеше менән бергә ҡыуанаһың, ул бит оло бер бәхет. Уларҙың рәхмәт һүҙҙәре, ҡыуаныстары тағы ла дәртләнеберәк эшләргә этәргес көс бирә,–ти табип.
Ғөмүмән, һәр яҡлап хөрмәтле, өлгөлө, халыҡ араһында абруйлы булып, тормоштан йәм табып йәшәй табип Фирүзә Әминева. Эшен еренә еткереп башҡарыуы, яуаплы булыуы менән хеҙмәттәштәренең дә, райондаштарыбыҙҙың да хөрмәтен яулаған ул.
–Буласаҡ әсәйҙәр темаһына килгәндә, хәҙер, илдәге демографик хәлде иҫәпкә алып, сабыйҙарҙың ғүмере өсөн ысын мәғәнәһендә көрәш алып барыла. Беҙҙең өсөн һәр ауырлы ҡатындың яҙмышы мөһим, консультацияға мөрәжәғәт итеп, иҫәпкә торғас та, уның менән өҙлөкһөҙ бәйләнеш тотабыҙ, һаулығын даими тикшерәбеҙ. Аңлауығыҙса, төрлө кешелә яуаплылыҡ кимәле лә төрлөсә. Кемдер табипҡа күренергә тейешле ваҡытта килә, икенселәр үтәргә тейешле процедураларҙы үткәреп ебәрә. Был осраҡта пациентҡа шылтыратабыҙ, бәғзе осраҡта хатта участка табибы йортона ла барып килә. Иң мөһиме – әсә сабыйын иҫән-һау һәм ваҡытында табырға тейеш,–ти ул.
Күпме ҡатын-ҡыҙ тәжрибәле табип ҡулдарының наҙын тойған. Йөклөклөк осоронда, төрлө ҡатын-ҡыҙ ауырыуҙарын булдырмаҫ өсөн, гүзәл заттарға ул биргән файҙалы кәңәштәренең иҫәбе-хисабы юҡ.