Акцияға берҙәм сыҡҡан Әбүбәкер халҡы был юлы ла үҙҙәренең әүҙемлеге менән айырылып торҙо. Проекттың маҡсаты – һәр төбәктә Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында тыуған Ватаныбыҙ өсөн һуғышҡан яугирҙарға йәшел һәйкәлдәр булдырыу ине. Әйткәндәй, Бөйөк Еңеүгә әбүбәкерҙәр ҙә ҙур өлөш индергән. Ауылдан 100-гә яҡын ир-егет фронтҡа алынып, уларҙың 46-һы Еңеү менән әйләнеп ҡайта.
–Ошо аллеяны булдырыуҙы Еңеүҙең 75 йыллығына уйлаған инем, әммә пандемия осоронда ниәтебеҙ ваҡытлыса кисектереп торолдо. Бер йыл үтһә лә был эште атҡарып ҡуйырға булдыҡ. Ауыл халҡы ла ҡуш ҡуллап риза булды. Ауылға ингән урында 160 метр ер бүленде. Линар Әбүбәкеров менән Хәсән Билалов ерҙе һөрҙө, участкаларҙы таҙартыуҙа Нуриман Билалов, Мир Бохарбаев, Йәмил Балдыбаев, Рафиҡ Ғәббәсов, Ғәлимйән Ултраҡовтар ярҙам итте. Шулай уҡ күп функциялы ауыл клубы, балалар баҡсаһы һәм мәктәп хеҙмәткәрҙәре лә үҙ өлөшөн индерҙе.
Йылайыр районынан ҡарағай үҫентеләрен алып ҡайтып, әлеге көндә 68 төп ултыртылды. Ләкин был эш туҡтап ҡалмай, тағы ла ағастар ултыртырға теләүселәр бар. Үҫенте ултыртыу бер эш, ә бына йәш ағастарҙы һаҡлау һәм тәрбиәләү ҙур хәстәрлек һәм ҡарау талап итә. Был эште лә күмәкләп башҡарабыҙ. Көн аша Линар Әбүбәкеров менән Вәлитдин Сынбулатовтар алмашлап һыу килтерә, ә ауыл халҡы үҫентеләргә һыу ҡоя.
Үткәнде белмәгәндең, киләсәге юҡ, ти халыҡ мәҡәле. Беҙ булдырған был парк быуындан-быуынға күсеп, ундағы ағастар тормош ҡәҙерен белергә, ауыл тарихын юғалтмаҫҡа өндәп шаулаһындар ҙа шаулаһындар ине, – тине ауыл старостаһы Рамаҙан Назаров.
–Был ҙур эштең бер өлөшө булды. Экологияны һаҡлауҙың мөһимлеген халыҡ аңлаһын ине, ул барыһына ла туранан-тура йоғонто яһай, киләсәк быуын өсөн кәрәк. Уртаҡ эшкә һәр кем үҙ өлөшөн индерһә, ҙур һөҙөмтәләргә өлгәшәсәкбеҙ. Бөгөн ысынлап та – матур сара, ҡатнашҡан һәр кемгә ҙур рәхмәт. Бындай акциялар даими уҙғарылыуына ышанам, – тине ауыл депутаты Лариса Бигушова.
Мул итеп һыу һибеп, изге ниәт менән шартына килтереп ултыртылған үҫентеләр яңы урынға уңышлы ерегеп, бында килеүселәрҙе йәшел япраҡтары менән сәләмләр әле, тигән фекерҙә әбүбәкерҙәр.
Эйе, “Хәтер аллеяһы” барлыҡ ауыл халҡын шатландырып үҫер, ә геройҙарыбыҙ иҫтәлеге быуындарҙа дауам итер.