Яңылыҡтар
21 Май 2021, 05:27

Афарин, “Шатлыҡ”!

Башҡортостан Республикаһының Мәғарифты үҫтереү институтында «Башҡорт теле – балаларға» темаһына түңәрәк өҫтәл һәм «Башҡорт телендә уҡытыуҙы ойошторған иң яҡшы мәктәпкәсә белем биреү ойошмаһы» I төбәк-ара конкурсы сиктәрендә бүләкләү тантанаһы ойошторолдо.

1 февралдән 31 мартҡа тиклем «Уҡытыу башҡорт телендә алып барылған иң яҡшы мәктәпкәсә белем биреү ойошмаһы» төбәк-ара конкурсы үткәйне. Дистанциялы уҙған бәйгенең республика этабында 55 балалар баҡсаһы, шул иҫәптән Силәбе һәм Һамар өлкәләренән дә ҡатнаштылар.
М.Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты һәм Башҡортостандың Мәғарифты үҫтереү институты вәкилдәре түңәрәк өҫтәлдә ҡатнашыусылар алдында сығыш яһап, милли төркөмдәрҙе ойоштороуҙа, туған телдәрҙе өйрәнеүҙә интерактив технологияларҙы ҡулланыу тураһында һөйләне.
Түңәрәк өҫтәлдән һуң, «Башҡорт телендә уҡытыуҙы ойошторған иң яҡшы мәктәпкәсә белем биреү ойошмаһы» I төбәк-ара бәйгеһе еңеүселәрен бүләкләү тантанаһы уҙҙы. Уларға Башҡортостан Республикаһы Мәғариф һәм фән министрлығының дипломдары, балалар өсөн башҡорт телендәге планшеттар һәм смартфондар, «Башҡортостан» картаһы-пазлы тапшырылды. Абсолют еңеүселәр оргтехника һатып алыу өсөн 10 мең һумлыҡ сертификаттар менән дә бүләкләнде.
Ике этапта үткән бәйге йомғаҡтары буйынса 20 ауыл һәм 10 ҡала мәктәпкәсә белем биреү учреждениеһы еңеү яуланы. Иң күп мәрәй йыйыусы Өфө ҡалаһының 308-се «Башҡорт балалар баҡсаһы» мәктәпкәсә белем биреү учреждениеһы һәм Хәйбулла районы Аҡъяр ауылының 3-сө «Шатлыҡ» балалар баҡсаһы абсолют еңеүсе тип танылды.
Еңеүселәрҙе тәбрикләрҙән алда «Башҡорт теле – балаларға» тигән түңәрәк ҡор ойошторолдо. Уның барышында мәктәпкәсә белем биреү учреждениелары өсөн башҡорт телле йәш кадрҙар әҙерләү, тәрбиәселәргә квалификация яңыртыу, методик ярҙам күрһәтеү кеүек актуаль мәсьәләләр ҡаралды. Әйткәндәй, тиҙҙән балалар баҡсаһында башҡорт телендә белем биреү өсөн «Бала саҡ» һәм башҡорт телен өйрәтеү маҡсатында «Шатлыҡ» программалары нәшер ителәсәк. Ә бына М. Аҡмулла исемендәге БДПУ-ла буласаҡ тәрбиәселәрҙе әҙерләгән яңы уҡытыу йүнәлеше асыла.
–Был конкурс беренсе тапҡыр үткәрелде. Ул февраль башынан март аҙағына тиклем дистанциялы ойошторолдо. Сайтҡа балалар баҡсаһы эшмәкәрлеген күрһәткән материалдарҙы ҡуйҙыҡ. Баһалама ағзалары сайт аша, йүнәлештәрҙе тикшереп баһаланы. Өҫтәмә белем биреү, ата-әсәләр менән эш, башҡорт телен үҫтереүгә, тәрбиәләүгә ҡағылышлы проекттарҙың үтәлеше тураһында мәғлүмәт бирҙек. Хатта сайттың ике телдә алып барылыуына ла иғтибар иттеләр. Башҡорт телендә программаларҙың булыу-булмауы иғтибарға алынды. Шулай уҡ тәрбиәселәрҙең ошо программаға ярашлы туған телдә эш алып барыуы ла күҙ уңында тотолдо. “Башҡорт йәйләүе” тигән проект күптәрҙе ҡыҙыҡһындырҙы. Балалар баҡсаһы территорияһында конструкторлау буйынса танып-белеү үҙәген булдырҙыҡ. Унда ҡымыҙсылыҡты, йылҡысылыҡты, ғөмүмән башҡорт халҡының йәшәйешен сағылдырырға тырыштыҡ. Мәҫәлән, ябай ҡомдан балалар ҡорот, эремсек эшләп, уйын аша өйрәнәләр. Шулай уҡ майҙансыҡта ете төр умарта бар. Шуларҙың ике төрөн балалар үҙҙәре һүтеп, ҡороп ҡуялар. Майҙансыҡтың төп маҡсаты балаларға башҡорт халҡының борон-борондан килгән кәсептәрен өйрәтеү. Йәмғеһе 6 башҡорт, 7 рус телендә белем алған 13 төркөм эшләй. Балалар баҡсаһында 314 баланың 27-һе рус, 14-кә яҡыны башҡа төрлө милләттән, ҡалғандар бөтәһе лә башҡорт. Башҡорт телендә белем һәм тәрбиә биреүҙе өҫтөнлөклө йүнәлеш итергә кәрәктер, тигән фекерҙәмен. Һәр бер төркөмдә “Башҡорт телен өйрәнәм”, “Башҡортса һөйләшәм” тигән түңәрәктәр эшләй. Абсолют еңеүсе булыуыбыҙға бик шатбыҙ, – тине “Шатлыҡ” балалар баҡсаһы мөдире Зәбирә Бикбаева.
Коллективҡа артабан да уңыштар һәм еңеүҙәр теләйбеҙ.
Гүзәл Бохарбаева
Читайте нас