Яңылыҡтар
20 Май 2021, 16:44

Терроризмға ҡаршы комиссия ултырышында хәүефһеҙлек саралары буйынса һөйләшеү булды

Муниципаль район хакимиәтендә үткән антитеррористик комиссия ултырышында район мәғариф идаралығы начальнигы Салауат Байчурин һәм “Дозор” шәхси һаҡ ойошмаһы директоры Кадир Киналиев белем биреү ойошмаларында терроризмға ҡаршы саралар һөҙөмтәлелеге тураһында сығыш яһаны. Район хакимиәте башлығы урынбаҫары Вил Рәхмәтов “Һабантуй” байрамына әҙерлек һәм уны үткәреүҙә терроризм янауынан һаҡлыҡ сараларын арттырыуға йүнәлтелгән өҫтәмә саралар тураһында мәғлүмәт бирҙе.

Муниципаль район хакимиәтендә үткән антитеррористик комиссия ултырышында район мәғариф идаралығы начальнигы Салауат Байчурин һәм “Дозор” шәхси һаҡ ойошмаһы директоры Кадир Киналиев белем биреү ойошмаларында терроризмға ҡаршы саралар һөҙөмтәлелеге тураһында сығыш яһаны.
Салауат Байчурин йәйге һауыҡтырыу кампанияһы осоронда балаларҙың ялын һәм сәләмәтлеген ойоштороусы ойошмаларҙа балаларҙың хәүефһеҙлеге мәсьәләһен регламентлаған ҡануниәт үтәлеше, хоҡуҡ боҙоуҙарҙы иҫкәртеү һәм терроризмға ҡаршы яҡлаулыҡты тәьмин итеү буйынса ҡабул ителгән саралар тураһында отчет бирҙе.
Район хакимиәте башлығы урынбаҫары Вил Рәхмәтов “Һабантуй” байрамына әҙерлек һәм уны үткәреүҙә терроризм янауынан һаҡлыҡ сараларын арттырыуға йүнәлтелгән өҫтәмә саралар тураһында мәғлүмәт бирҙе.
Ултырыштың көн тәртибендә ҡаралған мәсьәләләр буйынса тейешле ҡарарҙар ҡабул ителде.
Читайте нас