Яңылыҡтар
20 Май 2021, 17:56

Ҡояштан нур алып

Радий Хәбиров: 2020 йыл һөҙөмтәһе буйынса беҙҙең республика ҡояш генерацияһы объекттарын төҙөү һәм планлаштырыу буйынса Рәсәйҙә бишенсе урынды алды.Ҡояш электростанцияларын төҙөү халыҡҡа экологик яҡтан таҙа электроэнергияһы менән файҙаланыу мөмкинлеген бирә. Мин Башҡортостандың был өлкәлә лидерҙар рәтендә булыуына шатмын. Бындай объекттарҙың күпселеген “Хевел” компанияһы төҙөнө. Мәҫәлән, Хәйбулла районында Бүребайҙа, Көйөргәҙе, Ейәнсура, Бөрйән райондарында ҡояш электр станциялары.#Инвестициялар #Хәбиров #Хабиров #Электростанция

Республика башлығының Бәйләнештә төркөмөндәге сәхифәһендә хәбәр итеүенсә, уларҙың дөйөм ҡеүәте—44 МВт. Был өҫтәмә энергия сығанаҡтары территорияларҙы үҫтерергә, унда яңы предприятиелар булдырырға булышлыҡ итә. Иң мөһиме—торлаҡ йорттарҙы һәм социаль объекттарҙы электр менән ышаныслы тәьмин итә.
Республика электр энергияһы объекттарын төҙөүҙә инвесторҙарға ер участкаларын һайлауҙа ярҙам итә, сөнки былар өҫтөнлөклө инвестпроекттар. Ағиҙел һәм Ғафури райондарында төҙөлгән электр станцияларын 2022 йылда эксплуатацияға тапшырыу күҙаллана.
Читайте нас