Яңылыҡтар
20 Май 2021, 07:01

“Гәзит бүләк ит!” акцияһына һин дә ҡушыл!

“Хәйбулла хәбәрҙәре” һәм “Хайбуллинский вестник” район гәзиттәре редакциялары шәфҡәтлелек акцияһын дауам итә.Әле был акцияны хуплап, күтәреп алып, ауыр тормош хәлендә ҡалыусыларға, ишле ғаиләләргә һәм ветерандарға подписка бүләк итеүселәр бар. Рәсәй Федерацияһы Дәүләт Думаһы депутаты Зариф Байғусҡаров йыл да “Хәйбулла хәбәрҙәре” гәзитен ғаиләләргә бүләк итә. Депутаттың ярҙамы менән былтыр өс, ә быйыл биш кешегә ярты йыл дауамында район гәзите киләсәк.

Әле был акцияны хуплап, күтәреп алып, ауыр тормош хәлендә ҡалыусыларға, ишле ғаиләләргә һәм ветерандарға подписка бүләк итеүселәр бар.
Рәсәй Федерацияһы Дәүләт Думаһы депутаты Зариф Байғусҡаров йыл да “Хәйбулла хәбәрҙәре” гәзитен ғаиләләргә бүләк итә. Депутаттың ярҙамы менән былтыр өс, ә быйыл биш кешегә ярты йыл дауамында район гәзите киләсәк. Әйткәндәй, Зариф Зәкир улының был бүләге тураһында һөйөнсөләгәс, ололарҙың ҡыуанысын күрһәтегеҙ ине! Өлкәндәргә бәхет өсөн күп тә кәрәкмәй.
Читайте нас