“Берҙәм Рәсәй” йорттарға газды бушлай тоташтырыу тураһында закон проекты тәҡдим итә
Уны Дәүләт думаһының яҙғы сессияһы аҙағына ҡабул итергә планлаштыралар. Документта халыҡтың аҡсаһын йәлеп итмәйенсә “зәңгәр яғыулыҡты” участкаға тиклем еткереү тураһында билдәләнгән. Был турала партияның генераль советы секретары Андрей Турчак Рәсәй Президенты В.Путиндың хөкүмәт ағзалары менән кәңәшмәһе ваҡытында билдәләп үтте.
“Берҙәм Рәсәй” партияһы Рәсәй хөкүмәте менән был программаның төп өлөштәре буйынса етди эшләне. Хөкүмәт социаль газификациялау буйынса юл картаһын раҫланы. Партия ҡануниәт кимәлендә был мәсьәләне хәл итеүҙе тәьмин иткән закон проектын әҙерләне. Беҙ уны Дәүләт Думаһына йүнәлтәбеҙ”,--тине Андрей Турчак. Уның әйтеүе буйынса, законды Дәүләт Думаһының ағымдағы сессияһында ҡабул итеү планлаштырыла. Был кешеләрҙең торлаҡтарына тиҙерәк газ үткәрә алыуы өсөн эшләнә.
Хөкүмәт башлығы Федераль Йыйылышҡа мөрәжәғәтнамәһендә партия тәҡдимен хуплап, министрҙар кабинетына 2023 йылға тиклем йорт майҙанына ҡарамай, халыҡҡа газды бушлай тоташтырыуҙы тәьмин итергә ҡушты. Эштәрҙе ойоштороу менән берҙәм оператор эшләйәсәк, ә бөтә эш “берҙәм тәҙрә” принцибы буйынса төҙөлә. Төбәктә газға бушлай тоташтырыу графигы һәм мәғлүмәттәрҙең берҙәм базаһын “Берҙәм Рәсәй” партияһының төбәк һәм урындағы бүлексәләре әҙерләй.