Нөгөш һыу һаҡлағысы. 25 киломерға һуҙылған һыу ятҡылығы 1967 йылда Салауат, Ишембай, Стәрлетамаҡ ҡалаларын һыу менән тәьмин итеү өсөн төҙөлә. Республикала иң шәп һаналған 235 километрға һуҙылған Нөгөш йылғаһының тамағынан 50 километр ҡала быуып ҡуялар. Был һыу ятҡылығы күп йылдар инде туристарҙы үҙенә тартып тора. Бында палаткалар менән дә ял итеп була, шулай уҡ яр буйында бихисап туристик базалар һалынған.
Зәңгәркүл Өфөнән барлығы 40 километр йыраҡлыҡта урынлашҡан. Был 400 квадрат мертлыҡ күлгә зәңгәр төҫтө төбөндәге шифалы зәңгәр балсыҡ бирә. Күлдең үҙенсәләге шунда, ул ҡышын да туңмай. Йәй көнө лә һыуҙың температураны 5 градустан артмай, сөнки уның төбөндә бер нисә шишмә сыға. Күлде эзбишташлы ҡаялар уратып алған, әгәр ҙә уларға күтәрелһәң, йылғаға ағып төшкән күлде күреп һоҡларынға була.
Еҙем йылғаһының оҙонлоғо – 307 километр, Юрматау битенән башлана, сәғәтенә 3-5 км тиҙлектә аға. Тиҙ ағымда кәмәлә йөҙөргә яратҡан туристар өсөн иң яҡшы йылға, сөнки уның ярҙары бик йәмле - текә ҡаялар, ылыҫлы урмандар осрай.
Сим йылғаһы Силәбе өлкәһендә башлана. Был йылға шулай уҡ кәмәлә йөҙөргә яратҡан туристарҙың иғтибарын йәлеп итә. Симде балыҡсылар ярата, сөнки ул төрлө балыҡҡа бай. Йылғаның ярҙары ҡомло, урыны менән ваҡ ташлы. Эҫе көндә ял итеү өсөн был идеаль урын, сөнки нәҡ ошо йылға буйында үтә күренмәле һыуҙа ҡойоноп, ҡомло пляжда ҡояшта ҡыҙынып була. Иглин районы Асҡаныш ауылы янындағы пляжды ожмах мөйөшө, йәки алтын пляж тип атайҙар, туристар араһында был урын таҙа һыуы һәм алтын ҡомло пляжы өсөн популярлыҡ яулаған.
Асылыкүл – Башҡортостандың иң ҙур күле. Ул Дәүләкән ҡалаһынан 27 километр йыраҡлыҡта урынлашған, киңлеге биш километр, оҙонлоғо – һигеҙ. 2011 йылда күлде һәм уны уратҡан территорияны тәбиғәт паркы тип танылылар. Был күл ғаилә менән ял итеү өсөн уңайлы. Асылыкүл буйында үҙ аллы ял итеү, йәки бихисап турбазаларҙы һайларға була. Был күлдә әүҙем ял яратыусыларҙы ылыҡтыра, сөнки бунда виндсерферҙа йөҙөргә, пара- һәм дельтопланда осорға була. Күлдең уникаль үҙенсәлеге – ул минераль тоҙҙарға бай булыуы менән диңгеҙҙе хәтерләтә.
Ҡандракүл- ул ла Асылыкүл кеүек, Европалағы иң ҙур күлдәр һанына инә. Ҡандракүл ҡомло ярҙары һәм таҙа һыуы менән дан ҡаҙана. Күлдең майҙаны – 15,6 километр, иң тәрән ере 15 метрҙан ашыу. Ҡандракүл сөсө һыулы тип һаналһа ла, һыуында тоҙ барлығы һиҙелә. Был күл буйында шулай уҡ күп төрлө турбазалар урынлашҡан, палатҡалар менән ял итергә яратыусылар өсөн урын етерлек.
Яҡтыкүл Урал артында өс тау менән уратып алынған. Күлдең майҙаны – 7,7 километр. Ул 1965 йылдан бирле Башҡортостан Республикаһының тәбиғәт ҡомартҡыһы һанала. Яҡтыкүл - туристарҙың яратҡан урыны. Уның ярҙарында бихисап пляждар йыһазландырылған, яҡын тирәлә турбазалар һәм балалар лагерҙары бар.
Павловка һыуһаҡлағысы — Ҡариҙел йылғаһында Павловка ГЭС-ы плотинаһы хасил иткән һыуһаҡлағыс. Өфө ҡалаһы өсөн һыу менән тәьмин итеү резервы булып тора.
Үрге һәм урта өлөшө Башҡортостан Республикаһының Ҡариҙел районында, түбәнге өлөшө республиканың Благовещен һәм Нуриман райондары араһында урынлашҡан.
Һыуһаҡлағысты тултырыу ГЭС төҙөлөшө башланғандан һуң 9 йылдан — 1959 йылда — башлана һәм 1961 йылда тамамлана. Ул 150 киломерға һуҙылған. Уртаса тәрәнлеге – 11,7 метр, плотина янында 35 метрға етә. Палаткалар менән ял итергә яратҡан туристар уны һайлай. Шулай уҡ балыҡсыларҙың һөйгән урыны – бында ҡорман, ҡарабалыҡ, һыла балығы, суртан, алабуға, йәйен, шамбы һәм башҡа бик күп төрлө балыҡ йөрөй.
Ғәҙелша (Ибраһим) шарлауығы - Баймаҡ районында, Ирәндектең көнсығыш тармағы булған Яманташ тауында, Төйәләҫ йылғаһындағы шарлауыҡ. Диңгеҙ кимәленән 800 м бейеклектә. Өс киртләсле. Юғары киртләсенең бейеклеге 1,2 м, икенсе һәм өсөнсө киртләсе етешәр метр. Шарлауыҡ Башҡортостандағы иң бейеге һанала.
Атыш шарлауығы- Белорет районындағы ер аҫты шарлауығы. Тәбиғәт ҡомартҡыһы (1965). Көньяҡ Уралдың туристарҙы йәлеп итеп торған күренекле урыны. Бейеклеге - 6 метр.
Ирәкташ(Инзерские зубчатки)- Ирәкташ — ирәк һүҙенән барлыҡҡа килгән. Ирәк — киртләс, ырғаҡ һымаҡ тигән мәғәнәгә эйә. Тире тарттыра торған ҡулайлама ла шулай атала. Урыҫса атамаһын — Инзерские зубчатки — туристар Инйәр йылғаһы исеменән тештәр кеүек тырпайып торған ҡаяларына ҡарап биргән. Ҡаялар бер нисә саҡрымға теҙелеп киткән.Белорет районы буйлап Оло Инйәр һәм Тирлән йылғалары араһында төньяҡ-көнсығыштан көньяҡ-көнбайышҡа һуҙылған. Ул Оло Инйәр йылғаһы һәм Тирлән ҡасабаһы араһында урынлашҡан. Һырттың оҙонлоғо — 10 км, төньяҡ өлөшөнөң киңлеге 2 км яҡын, көньяғыныҡы 3 км яҡын, абсолют бейеклеге — 1161 м. Биләнле 3 өлөштән тора.