Атап әйткәндә, законлы вәкилдәрҙең үҙе менән паспорты, баланың тыуыу тураһында таныҡлығы булырға тейеш һәм улар асыҡ һауала ойошторолған сараларҙа ғына ҡатнашырға мөмкин. Бинаға инеү өсөн ата-әсәләр түбәндәге документтарҙың береһен килтерергә бурыслы:
– коронавирусҡа ҡаршы вакцинация үтеү тураһында сертификат;
– медицина ойошмаһынан коронавирустан прививка эшләтеү, шул иҫәптән вакцинаның беренсе компонентын алыу тураһында белешмә;
– иртәлеккә, һуңғы ҡыңғырауға тиклем бер ай дауамында бирелгән COVID-2019-ға антиесемдәр булыуы хаҡында медицина белешмәһе;
– медицина ойошмаһынан коронавирусҡа ҡаршы прививка яһатырға ярамауы тураһында белешмә;
– ПЦР ысулы менән коронавирусҡа тикшереүҙең кире һөҙөмтәһе (2021 йылдың 20 майынан һуң бирелгән);
– йоғошло сирҙәрҙән яфаланыусылар менән бәйләнештә булыу-булмау хаҡында медицина белешмәһе (2021 йылдың 20 майынан һуң бирелгән).
«Ойошма етәксеһе ҡарары буйынса, санитар-эпидемиологик талаптар (термометрия, битлек кейеү, социаль арауыҡ, дезинфекция, һауаны зарарһыҙландырыу һәм башҡалар) теүәл үтәлгән осраҡта ата-әсәләр медицина белешмәһен күрһәтмәйенсә лә ябыҡ бинала үткәрелгән иртәлеккә, һуңғы ҡыңғырауға инергә мөмкин», — тиелә документта.