Республиканың Йәмәғәт палатаһы “Хәүефһеҙ балалар майҙансыҡтары” проектын ғәмәлгә ашырыуға ярашлы, йәйге каникул алдынан, май аҙағына тиклем уйын майҙандарының хәл-торошона мониторинг үткәрә.
Был мониторнигка ярашлы, һәр теләгән кешене һораулама үтергә саҡырабыҙ. Һеҙҙең яуаптар бик мөһим.
- Һеҙҙең яҡтарға балаларҙың уйнай торған ере хәүефһеҙме?
- Унда бәләкәстәргә ҡурҡыныс янамаймы?
- Майҙансыҡ талаптарға яуап бирәме?
Шуларҙы асыҡларға һәм булған етешһеҙлектәрҙе тиҙ арала бөтөрөргә кәрәк.
Фекерегеҙҙе ошонда белдерә алаһығыҙ: https://vk.com/away.php?to=https%3A%2F%2Fforms.gle%2Fk3X5yLYCHRLPaSX5A&post=-115462126_7826&cc_key=
Ни бары биш һорауға яуап бирергә кәрәк.