2019 йылдан башлап ауыл хужалығында кәм тигәндә 30 йыл эшләгән кешеләргә инвалидлыҡ йәки ҡартлыҡ буйынса пенсия суммаһынан 25 процент күләмендә (1,5 мең һум) өҫтәмә тәғәйенләнде. Ҡағиҙәгә ярашлы, был өҫтәмәгә ауыл ерендә йәшәүен дауам иткән эшләмәгән пенсионерҙар хоҡуҡлы булды. Граждандар ауылды ташлап китһә, өҫтәмәнән ҡолаҡ ҡаға ине. Яңы закон проектына ярашлы, хәҙер өҫтәмәне ауыл пенсионерҙары, ҡайҙа күсеп китеүенә ҡарамаҫтан, ваҡытында даими аласаҡ.
Дәүләт Думаһы депутаты Зариф Байғусҡаров әйтеүенсә, башҡа уңайлыраҡ ергә күсенгән, йәшәү урынын алмаштырған пенсионерҙарҙы эшләп алған өҫтәмәнән мәхрүм итеү дөрөҫ түгел. “Был мәсьәләне, граждандарҙың мөрәжәғәттәренә таянып, Рәсәй Хөкүмәте алдында бер нисә тапҡыр күтәреп сыҡтыҡ. Тормоштан күренеүенсә, сир йәки яңғыҙлыҡ һөҙөмтәһендә ололарға йәшәү урынын йыш алмаштырырға тура килә. Хәҙер улар аҡсалата өҫтәмәнән мәхрүм ителмәйәсәк”, - тине ул.
Закон проектында Рәсәй Пенсия фондының предприятиелар һәм архив учреждениелары адресына кешегә страховка пенсияһы тәғәйенләүҙә ярҙам итеү өсөн запрос ебәреү хоҡуғы нығытылған. Шулай итеп, кешенең эшләүен раҫлаған документтар һорап алынғанда, граждандарҙың ғаризаһынан тыш та, страховка пенсияһын арттырып буласаҡ.