Яңылыҡтар
20 Май 2021, 09:26

31 майҙан Өфө – Минск тура рейстары башлана

-

Тәүге тапҡыр Өфөнән Минскиға тура рейстар асыла. Осоштарҙы «Белавиа» авиакомпанияһы башҡара. Аэропорттың матбуғат хеҙмәте хәбәр итеүенсә, рейсҡа 76 пассажир һыйҙырышлы Embraer-175 самолеты сыға. Осош ваҡыты – 2 сәғәт 45 минут. Осоштар дүшәмбе Өфө ваҡыты буйынса иртәнге 7-се 20 минутҡа планлаштырыла. Бер яҡҡа билет хаҡы 8,5 мең һумдан башлана.
Читайте нас