Яңылыҡтар
19 Май 2021, 11:13

Районда «Халыҡ сәләмәтлеге көндәре» республика акцияһы үтә

-

Йөрәк-ҡан тамырҙары ауырыуҙарын профилактикалау һәм ҡан әйләнеше системаһы сиренән үлем осраҡтарын кәметеү маҡсатында 17 майҙан 22-һенә тиклем «Башҡортостан Республикаһында халыҡ сәләмәтлеге көндәре» республика акцияһы үтә. Халыҡ сәләмәтлеге көндәре сиктәрендә районда ла саралар ойошторола. Бөгөн үҙәк район китапханаһында Аҡъяр үҙәк район дауаханаһы табип кардиологы Лира Хәбирова менән осрашыу үтте. Лира Юлай ҡыҙы акцияла ҡатнашыусыларға инфаркт һәм инсультты дауалау һәм профилактикалау тураһында һөйләне, һорауҙарға яуап бирҙе. Һуңынан саф һауала йәйәү йөрөү ойошторолдо.
Читайте нас