"Әле беҙ музыкаль проекттың тәүге миҙгелен тамамланыҡ, көҙгөһөн был йүнәлештә эш тағы ла дауам итәсәк. «Яңы моң» тип аталған ҙур концерт ойошторорға теләк бар. Унда ҡыҙыл балаҫ, наградаларҙы тапшырыу тантанаһы буласаҡ. Маҡсатыбыҙ башҡорт сәнғәте өлкәһендә уңыштарҙы барлау",- тине Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Радик Юлъяҡшин.