Яңылыҡтар
19 Мая 2021, 06:28

Башҡортостанда иҫерек ир ике баланы бәрҙергән дә ҡасҡан

-

Добавить в предпочтительные источники Google
Юл фажиғәһе Яңы Мөслим – Ҡарлыхан автомобиль юлының 13-сө саҡрымында теркәлгән. «ВАЗ-21099» рулендәге 30 йәшлек ир (Балаҡатай районынан) юл ситенән китеп барған 13 һәм 14 йәшлек үҫмерҙәрҙе бәрҙергән.

Улар ауыр йәрәхәттәр алған, әммә иҫән ҡалған. Водителде Ямаш ауылы кешеләре тотоп, полицейскийҙарға тапшырған.

Енәйәт эше ҡуҙғатылған. Әле ул республика Тәфтиш идаралығы етәкселеге контролендә.
Сығанаҡ: Башҡортостаным/яңылыҡтар