Хәйбулла хәбәрҙәре
+23 °С
Болотло
ВКонтакте
Одноклассники
Баш
Рус
Яңылыҡтар
19 Май 2021, 17:47
Аҡъярҙа бассейн төҙөлөшөн тамамлауға яңы подрядчик билдәләнде
Башҡортостандың төҙөлөш министрлығының мәғлүмәт хеҙмәте хәбәр итеүенсә, Аҡъярҙа бассейн төҙөлөшөн тамамлауға яңы подрядчик билдәләнгән. “КапиталСтрой” йәмғиәте спорт объекты төҙөлөшөн тамамлаясаҡ. Әлеге ваҡытта проект документацияһына төҙәтмәләр индерелгән һәм ыңғай дәүләт экспертизаһы һөҙөмтәһе алынған. Төҙөлөш эштәрен тамамлауға 30 млн. һумдан ашыу аҡса йүнәлтелә. Объектты йыл аҙағына тиклем тамамлау күҙаллана.
Муниципаль район хакимиәтенең рәсми сайтында хәбәр ителеүенә, яҡын арала төҙөлөш объекты комплекслы тикшереү үткәреү өсөн яңы генераль подрядчикка тапшырыласаҡ.
Артабан “КапиталСтрой” йәмғиәте төҙөлөш-монтажлау эшенә тотона.
Бинаның дөйөм майҙаны мең квадрат метрҙан ашыуыраҡ. 25 метрлы бассейн 4 йөҙөү юлына иҫәпләнгән. Ул аҙ мобилле граждандар өсөн дә уңайлы буласаҡ.
Фото:
https://vk.com/district_haibulla
Читайте нас
Партнеры
Фотобанк журналистов РБ
Рубрика "Еда и напитки"
Рубрика "Животные"