Хәйбулла хәбәрҙәре
+7 °С
Облачно
ВКонтакте
Одноклассники
МАКС
Баш
Рус
Яңылыҡтар
18 Мая 2021, 09:52
Республикала ҡала ситендәге йортта оло йәштәге ир менән ҡатынды үлтергәндәр
-
Добавить в предпочтительные источники Google
Иглин районы Боланторған ауылындағы бер йортта 14 майҙа ике пенсионерҙың кәүҙәләре табылған. Енәйәт урыны янында хоҡуҡ һаҡлаусылар тырма һәм балта тапҡан, тип
хәбәр итте
РЕН ТВ.
Телеканал мәғлүмәттәре буйынса, билдәһеҙҙәр 84 йәшлек бабай менән 79 йәшлек әбейгә һөжүм иткән. Әбейҙең кәүҙәһе верандала ятҡан – уның башы тишелгән. Баҡса йортонда нимәлер эҙләгәндәр, күрәһең – енәйәтселәр әйберҙәрҙе, йыһаздарҙы туҙҙырған. Башы йәрәхәтләнгән бабайҙы урамда тапҡандар, уның кәүҙәһе янында тырма ятҡан.
Тәфтишселәр «үлтереү» статьяһы буйынса енәйәт эше ҡуҙғатҡан. Енәйәтселәрҙе эҙләйҙәр. Башҡортостан Республикаһы Тәфтиш комитетының матбуғат хеҙмәтендә комментарий биреүҙән баш тарттылар.
https://
www.bashinform.ru/news/1594294-v-bashkirii-v-zagorodnom-dome-ubili-pozhilykh-suprugov/
Фото: Ксения Калинина.
Читайте нас
telegram
вк
дзен
ок
Партнеры
Фотобанк журналистов РБ
Рубрика "Еда и напитки"
Рубрика "Животные"