Яңылыҡтар
18 Май 2021, 16:56

Киләһе йылда Өфө ауылында заманса парк һәм стадиондың барлыҡҡа килеүе ихтимал. Бының өсөн һәр кемдең тауыш биреүе мөһим.

Бының өсөн ни бары түбәндә күрһәтелгән сайтҡа инеп, тауыш бирер кәрәк. Был «Уңайлы ҡала мөхите” тигән федераль проект. Уның сиктәрендә тотош ил буйынса бик күп территориялар яңы һулыш ала.

Муниципаль район хакимиәте башлығы Рөстәм Шәрипов Бәйләнештә төркөмөндәге сәхифәһендә Өфө ауылы ғына түгел, бөтә район өсөн дә мөһим булған проектҡа, Өфө ауылында заманса спорт паркы һәм стадион булдырыу өсөн әүҙем тауыш бирергә саҡыра.
"Киләһе йылда Өфө ауылында заманса парк һәм стадиондың барлыҡҡа килеүе ихтимал. Бының өсөн ни бары түбәндә күрһәтелгән сайтҡа инеп, тауыш бирер кәрәк. Был «Уңайлы ҡала мөхите” тигән федераль проект. Уның сиктәрендә тотош ил буйынса бик күп территориялар яңы һулыш ала. Әммә федераль проекттың аҡсалары иң күп тауыш йыйған объекттарға ғына йүнәлтелә. Шуға күрә бергәләшеп тауыш биреп, ошо проекттың еңеүенә булышлыҡ итәйек дуҫтар!Тауыш биреү 30 майға тиклем дауам итә!", --тип яҙа ул.
Тауыш биреү күп ваҡытты алмай. Бары тик https://2.gorodsreda.ru/ сайтына инеп, тауыш биреү кәрәк. Хәйбуллалар, әйҙәгеҙ, әүҙемерәк булайыҡ! Ауылдарҙа заманса йәмәғәт территорияларын булдырыу һәр беребеҙҙән тора.
Читайте нас