Кәкүк сәйе — йылдың уңышлы килеүен теләп, борон-борон замандан үткәрелә торған байрам йолаһы. Табынға ултырышҡас, өлкән йәштәге апай-инәйҙәр йылдың матур килеүен, ашлыҡ-бесәндең уңыуын, илгә ырыҫ ҡуныуын тип доға. Бөтә донъя йәшеллеккә, гөл-сәскәгә күмелгән ваҡытта Бәләкәй Арыҫланғол ауылы ҡатын-ҡыҙҙары балалар менән бергә йылға буйына "Кәкүк сәйе"нә йыйылды. Яҙҙың шифалы үләндәренән бешерелгән тәмле аш, ҡырҙа ҡайнаған сәй барыһына ла оҡшаны.