Яңылыҡтар
18 Май 2021, 18:40

Илһөйәрлек дәресе

9 майҙа Аҡъярҙа Еңеү һалдатына һәйкәл асылды.1-се Аҡъяр мәктәбенең 6-сы класс уҡыусылары ошо иҫтәлекле урынға экскурсияға барҙы. Уҡыусылар бөгөнгө тыныс тормош өсөн һәләк булған яугирҙарҙы бер минут тынлыҡ менән хәтергә алды. Балалар өсөн ул илһөйәрлек дәресе булды.

1-се Аҡъяр мәктәбенең Бәйләнештә төркөмөндә хәбәр ителеүенсә, тарих уҡытыусыһы Шәһит Баймырҙин етәкселегендә 6-сы “а” класы уҡыусылары Еңеү һалдаты һәйкәленә экскурсия яһаған.
Уҡыусылар өсөн ул илһөйәрлек дәресе булды. Ил һаҡсыларын йәш быуын хәтерләгәндә, уларҙың үлмәҫ даны ла мәңгелек.
Фото :
Читайте нас