«Берҙәм Рәсәй»ҙең Башҡортостан бүлексәһе коронавирусҡа ҡаршы штабҡа коронавирус сикләүҙәрен йомшартыу үтенесе менән мөрәжәғәт итте. Һүҙ балалар баҡсалары һәм мәктәп тәрбиәләнеүселәре өсөн сығарылыш кисәләрен уҙғарыу тураһында бара.
Сараны урамда үткәргәндә - социаль дистанцияны һаҡлау һәм битлек кейеп йөрөү, бина эсендә иһә 50-нән күберәк кеше ҡатнашҡан кисәлә терапевтан инфекция сирҙәренең булмауы тураһында белешмә алыу ҙа етә, тип билдәләй партиясылар.
«Мөрәжәғәтебеҙҙең асылы - ата-әсәләрҙе балаларының сығарылыш кисәләренә антиесемдәр һәм вакцинация булыуы тураһында белешмәһеҙ, ләкин санитар-эпидемиологик именлек сараларын үтәү - битлек кейеү, социаль дистанцияны һаҡлау шарты менән индереү», - тине партияның төбәк бүлексәһе рәйесе Рөстәм Әхмәҙинуров.
Беҙҙең мәғлүмәт буйынса, коронавирусҡа ҡаршы штабтың киләһе ултырышы шаршамбы, 19 майҙа, була.
Сығанаҡ: Башинформ