Башҡортостанда йылғаға осоп төшкән машинала өс кешенең мәйете табылған. Был хәл кисә Тәтешле районында теркәлгән. «Башинформ» агентлығына хәбәр итеүҙәренсә, ҡотҡарыусылар фажиғә урынына барып, автомобилде һыуҙан һөйрәп сығарған.
«Полиция хеҙмәткәрҙәре тикшереү алып бара. Яҡынса мәғлүмәттәр буйынса, водитель идара итеү һәләтен юғалтҡан, шуға күрә автомобиль һыуға осоп төшкән», — тип белдерҙеләр Башҡортостан Республикаһы Эске эштәр министрлығының матбуғат хеҙмәтендә.